Dergiler / Uluslararası Türk Lehçe Araştırmaları Dergisi (TÜRKLAD) / 2017 / Cilt: 1 - Sayı: 2

“УРАЛ БАТЫР” БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЭПОСЫНЫҢ ПОЭТИКАҺЫ

Sayfa
25–46
DOI
—

Özet

Статья “Урал-батыр” башҡорт халыҡ эпосының поэтикаһын өйрәнеүгә арналған. Боронғо мифологияға нигеҙендә тыуған “Урал-батыр” эпосы башҡорт халҡының ғына түгел, ә бөтә донъя мәҙәниәтенең ҡиммәтле рухи хазинаһы ул. Эпос йөкмәткеһе тәү сиратта уның сюжетында, ерҙәге мәңгелек йәшәйеш, тыныслыҡ, муллыҡ, яҡшылыҡ өсөн көрәш идеяларында сағылыш ала.Уның тәрән идея йөкмәткеһе халыҡ фантазияһы менән сәнғәтсә үрелеп бирелеп, күп төрлө һүрәтләү алымдары, йәғни эпос стиленә яраҡлашҡан күп һанлы поэтик ҡабатлауҙар, ҡатмарлы сағыштырыуҙар, эпитеттар, гиперболалар, метафоралар менән биҙәлгән. Эпос поэтикаһы ситуациялар, мотивтар, бер төр поэтик алымдар, тасуири саралар, символдар ҡабатланышы менән иркен иш итә. “Урал батыр”ҙағы теге йәки был һүрәтләү сараһы ул үҙмаҡсат, телде биҙәү өсөн генә ҡулланылған һүҙ түгел, ә эпостың идея йөкмәткеһен, образдарын тәрәнерәк һәм анығыраҡ асыу, артабанғы үҫешен күрһәтеү өсөн ярҙам итә. Башҡорт халыҡ эпосының ҡайһы бер поэтик үҙенсәлектәрен генә өйрәнеү ҙә, уның классик эпостар традицияһында барлыҡҡа килеүен дәлилләй ала.

Anahtar kelimeler: Башҡорт халыҡ эпосы, Мифология, Халыҡ ижады, Поэтика, Сағыштырыуҙар, Эпитеттар, Гипербола